Новости
31 Март 2020, 06:49

Өфө урамдарында – иҫкәртеүсе автомобилдәр

Ѳфѳ урамдарында автомобилдәрҙә йөрөп халыҡты карантин шарттары, ҡағиҙәләре менән таныштырыу эше дауам итә.

Әле ошо маҡсатҡа 29 берәмек техника йәлеп ителгән:
Дим биҫтәһендә – дүрт автобус,
Калинин районында – дүрт автобус,
Киров районында – бер УАЗһәм бер автобус,
Ленин районында – дүр автобус,
Октябрь районында – ике еңел автомобиль һәм ике микроавтобус,
Орджоникидзе районында – бер автобус,
Совет районында - бер микроавтобус,
“Граждандарҙы һаҡлау идаралығы” учреждениеһынан – һигеҙ машина,

“Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте” учреждениеһынан – бер автомобиль.

Фото: "Башинформ".

https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/f-uramdarinda--i-k-rte-se-avtomobild-r-193153/
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас