Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
31 Март 2020, 07:11
Афарин, Бетерә эшҡыуарҙары!
Батыр яуҙа һыналғандай, егетлек тә ауыр саҡта һынала. Баймаҡ районының Бетерә ауылынан ағалы-ҡустылы эшҡыуарҙар Тимур һәм Илсур Нәбиуллиндар илгә килгән афәт мәлендә ситтә тороп ҡала алмаған.
Улар бөтәһе 1500 дана битлек һатып алып, Бетерә һәм Темәс ауылы халҡына бушлай таратҡан. Өйҙә булмағандарҙың почта йәшнигенә ҡалдырып киткәндәр.
Илсур Нәбиуллин үҙенең Instagram селтәрендәге сәхифәһендә эшҡыуарҙарҙы шундай көсөргәнешле ваҡытта халыҡҡа ярҙам күрһәтергә саҡырған:
“
Хәл ҡатмарлы һәм барлыҡ эшҡыуарҙарҙың да артыҡ аҡсаһы юҡ. Шулай ҙа мин уларҙы республика, ҡала, район һәм ауыл халҡына ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә саҡырам, - тип яҙа. – Беҙҙең арала яңғыҙ, мохтаж, аҙ килемле кешеләр бар. Ҡайһы берҙәренең битлек, антисептик, бирсәткә алырға ла мөмкинлеге юҡ. Бары берләшеп, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, был ауырыуҙы таратыуға юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ талаптарҙы үтәгәндә генә беҙ уның еңә алабыҙ. Миңә битлек таратырға ярҙам иткән егеттәргә ҙур рәхмәт! Бөтәһе лә һау-сәләмәт булһын!”
Бетерә эшҡыуарҙарының изге эшенә тик “афарин!” тиергә генә ҡала. Нәбиуллиндарҙың матур башланғысын тағы кемдәр дауам итер?! Күмәкләгән - яу ҡайтарыр, ти халыҡ мәҡәле лә. Беҙ ҙә коронавирусҡа ҡаршы күмәкләп көрәшкәндә, мәкерле сирҙең аҙып китеүенә юл ҡуйылмаҫ.
Фото: Илсур Нәбиуллиндың сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Afarin-Beter-esh-iuar-ari-192573/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"