Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
31 Март 2020, 07:10
Аҡланыу булырға тейеш түгел!
Бөгөнгә ҡарата Башҡортостанда юлдарҙағы һәм ихаталарҙағы 70 мең самаһы соҡорҙар һанлаштырылған. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин һөйләне.
Барлыҡ табылған етешһеҙлектәр юлдарҙың аныҡ участкаһына беркетелгән. Соҡорҙо ямау менән был участка ҡараған ойошма шөғөлләнәсәк.
Соҡорҙарҙы һанлаштырыу буйынса беренсе урында Өфө тора. Артта ҡалыусылар иҫәбендә – Белорет, Ҡыйғы һәм Көйөргәҙе райондары. Был райондарҙың юлдары әле ҡарҙан әрселмәгән.
- Һанлаштырыу менән бер рәттән иң ауыр, ҙур һәм авариялы соҡорҙарҙы ямау эшен башларға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. – Был эште аҙағына еткерәйек. Бер ниндәй ҙә коронавирус бында аҡланыу була алмай.
Фото:
proural.info
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/A-laniu-bulir-a-teyesh-t-gel-192617/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"