Новости
30 Марта 2020, 10:08

Ҡот осҡос мәғәнәһеҙлек!

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Көйөргәҙе районында булған бик тә мәғәнәһеҙ хәл тураһында һөйләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Райондың Ермолаевка ауылы хакимиәте башлығы ҡатыны менән Доминикана Республикаһына сәйәхәт ҡылған. Уныһы ярар, барған икән барған, тик шуныһы, улар был хаҡтағы мәғлүмәтте йәшергән. Әйткәндәй, уның ҡатыны - табибә. Улар ялдан ҡайтҡас, икеһе лә эшкә сыҡҡан, ҡатыны пациенттар ҡабул иткән һәм дауалаған.
- Ҡот осҡос мәғәнәһеҙлек. Яуапһыҙлыҡ. Ундай кешеләр менән хушлашырға кәрәк. Беҙҙең арала ундайҙар эшләргә тейеш түгел, - тине Радий Хәбиров.
Ысынлап та, көн һайын тиерлек үҙаллы изоляция, өйҙә ултырыу тураһында һүҙ йөрөткәндә, муниципаль власть органы вәкиле һәм табиптың ошондай аҙымға барыуы - ҡурҡыныс хәл.
Тағы шуныһы, яңыраҡ барлыҡ Хөкүмәт ағзаларынан коронавирусҡа анализ алынғайны. Бөгөн Радий Хәбиров белдереүенсә, уның һөҙөмтәләре билдәле булған: бер кемдә лә инфекция табылмаған.
“Бындай тикшереүҙәрҙе дауам итәсәкбеҙ. Беҙгә бик күп кеше менән эшләргә тура килә, шуға һаулыҡ хәлен белеп тороу кәрәк”, - тине ул.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/ot-os-os-m--n-e-lek-191676/
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас