Новости
30 Март 2020, 10:13

"Индира мине күрә алмай ине..."

Көслө рухлы егет, билдәле блогер һәм спортсы Рөстәм Нәбиевтең өлгөлө ғаилә башлығы икәнлеген дә беләбеҙ. Ул ҡатыны Индира менән ике ҡыҙ тәрбиәләй. Ҙурына өс йәш тулып килә, бәләкәс Әминә бер нисә айлыҡ ҡына.

Әгәр Рөстәм шундай ныҡыш һәм маҡсатына өлгәшә торған холоҡло булмаһа, был ғаилә ҡоролмаҫ та ине, моғайын. Ошо көндәрҙә Рөстәм Инстаграмда сираттағы тапҡыр мөхәббәттәре тарихы тураһында һөйләне. Баҡһаң, Индира уны бик оҙаҡ йылдар күрмәмешкә һалышып йөрөгән икән.
“Әле хәтерләйем дә йылмайып ҡуям. Бынан туғыҙ йыл элек, 2011 йылдың 27 мартында, әллә күпме тырыша торғас, Индира минең ҡыҙыҡайым булырға ризалашты. Шул тиклем шатландым, әйтерһең, Берлинды алдым! Бәлки, был, ысынлап та, шулай булғандыр: Индира өс йыл буйы яҡын ебәрмәне бит мине.
“Йөрәккә бойороп булмай” - был Индираның иң яратҡан һүҙҙәре ине. Ул мине оҡшатманы, күрә алмай торғайны. Тик мине был туҡтатманы. Аҙағына тиклем көрәштем. Үҙемдең бәхетем өсөн. Һәм теләгемә өлгәштем. Сөнки уның тормошҡа ашырына ышана инем. Осрашҡан ете йыл эсендә беҙ бер тапҡыр ҙа айырылышманыҡ. Әрләшеүҙәр, үпкәләшеүҙәр булды, тик ташлашманыҡ. Күп нәмә аша үтергә тура килә. Тимәк, шулай кәрәк булған.
Бөгөн үҙем һәр ваҡыт хыялланған ҡыҙ менән йәшәйем. Хәҙер ул - минең ҡатыным, балаларымдың әсәһе, таянысым. Ул - минең ғүмерем".
"Хәҙер ҡыҙыҡ: Индира, ошолай йыраҡ китербеҙ тип уйлай инеңме һин туғыҙ йыл элек?” тип һорау бирә һөйгәненә Рөстәм.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Indira-mine-k-r-almay-ine-190998/
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас