Новости
30 Март 2020, 05:00

АП-АҠ ТУҘҘАН – ҠАРА ҺАҒЫҘ

Гөлшат ҠунафинаҺыуытҡыста сәйер генә ҡара нәмәне күреп, аптырап ҡәйнәмдән һорайым:– Был нимә ул?– Ҡара һағыҙ. Тәмләп ҡара әле. Һин, йәш кеше, бәлки, күргәнең дә юҡтыр, беҙ иһә шуны сәйнәп үҫтек. – Беләм ҡара һағыҙҙы, бәләкәй саҡ­та ишек башынан алып бирә торғайны­лар. Тик шул замандарҙан бирле (минең дә бала сағым күптән артта ҡалған инде...) уны бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ ине. Ҡайҙан таптың уны, инәй?– Беҙҙең ауыл баҙарында ҡош һөтө генә юҡ, килен! – тип яуаплай ҡәйнәм шаяртыу ҡатыш. – Зәйтүнә исемле апайың ҡайната ҡара һағыҙҙы. Бик ҡыҙыҡһынһаң, таныштырырмын үҙеңде.

Читайте нас