Юл һәләкәтендә ике водителдең дә ғүмере өҙөлә. Береһе - Илшат Агиев... Ул машинала ҡатыны менән була. Яҡташыбыҙға ни бары 28 йәш ине.
Артист тыумышы менән Тәтешле районының Күрҙем ауылынан. Әлмәт театрына ул, Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илдар Хәйруллин курсын тамамлап, 2011 йылда эшкә килә. Йыр-моңға ғашиҡ, тыйнаҡ – белгән кешеләр уны ошо һүҙҙәр менән ҡылыҡһырлай.
Әлмәт театрының урта быуын артисы, Татарстандың халыҡ артисы Рафиҡ Таһиров - Илшатты айырыуса яҡын күргән кешеләрҙең береһе.
"Театрҙан оҙатыу булманы шул, рөхсәт итмәнеләр. Моргтан ғына оҙаттыҡ. Кеше күп йыйылған ине. Бик оҙаҡ көттөк. Ҡатыны дауахананан сыҡты, әммә ул әле хәлде тулыһынса аңлай торған халәттә түгел", – тип һөйләгән артист. Әлмәт театрының күп кенә ир-аттары Илшатты Башҡортостанға тиклем оҙата килгән. Ауылда - артистың әсәһе... Атаһы Себерҙә эштә, уның ҡайтып етеүен көтәләр.
Гастроль ваҡыттарында ла һөйләшер һүҙҙәре бөтмәгән, ҡараштар, фекерҙәр уртаҡлығы бәйләгән Илшат менән Рафиҡ әфәндене. Сәнғәт, әҙәбиәт, милләт темалары, хәҙерге хәлебеҙ... Рафиҡ Таһиров Илшаттың һуңғы арала ашығып, ашҡынып йәшәгәнен әйтә.
"Бик асыҡ, әүҙем, йырға оҫта егет ине. Уның өсөн кумир үҙенең остазы Илдар Хәйруллин булды, – ти ул. – Бер-ике йыл элек дингә килде, Әлмәттә үҙ торлағын булдырҙы, ошо арала ғына водитель таныҡлығы алды. Бөтә эштәрен башҡарып китергә теләгән, күрәһең..."
Курсташы Лилиә Харитонова-Заһиҙуллина иһә:
– Ул – тамашасыны, тамашасы уны яратты. Ә тауышы! Үҙе юҡ, ә йырҙары беҙҙең йөрәктәрҙә… Кәйеф төшкән ваҡытта ла, уның янынан уҙып барһаң: "Лилиәкәй, кил әле, бер ҡосаҡлап алам", – тип дуҫтарса ҡосаҡлар ине. Беҙ, "Хәйруллиндыҡы"лар, барыбыҙ ҙа туғандар кеүек. Беҙҙең өсөн онотолмаҫлыҡ ҙур юғалтыу был, – тип һөйләгән.
Күптән түгел генә Әлмәт театрында иҫке сәхнә менән хушлашҡандар. Яңыһында уйнарға насип булманы яҡташыбыҙға...
Илшат Фәнзәүи улы 2016 йылда Әлмәт ҡалаһы башлығының "Йыл актеры" премияһы лауреаты булған.
Йәш яҡташыбыҙҙың күпме уй-хыялдары тормошҡа ашмай ҡалған, күпме ролдәр уйналмаған... Яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.