Новости
29 Марта 2020, 05:05

Һәр ваҡыт тәртип булһын өсөн...

Иғтибар иткәнегеҙ бармы: ҡайһы бер кешеләргә ниндәй ваҡытта барһаң да өйҙәре һәр ваҡыт тәртиптә һәм таҙа. Баҡһаң, бының ябай ғына серҙәре бар икән. Улар менән уртаҡлашабыҙ.

* Саң һурғыс менән дөрөҫ фай­ҙалана белергә кәрәк. Уны иҙән, ке­ләмдәрҙе генә түгел, ә пәрҙәләрҙе, тумба, журнал өҫтәлдәрен, көҙгөләр, тәҙрә төптәре, телевизор һәм башҡа урындарҙы таҙартыу өсөн дә ҡул­ла­нығыҙ. Саң һөртөү өсөн сепрәк ту­раһында онотоғоҙ. Ваҡыт та ҡаласаҡ, эш тә тиҙерәк башҡарыласаҡ.

* Көн һайын йоҡлаған урынығыҙҙы йыйығыҙ. Дөрөҫ һәм һәйбәт ғәҙәт.

* Аҙнаның билдәле бер көнөндә кер йыуығыҙ. Был өйҙәге һәр кемде тап шул көнгә керҙәрен әҙерләп махсус урынға һалырға өйрәтәсәк.

* Һыуытҡысты аҙнаһына бер йыйыштырырға тырышығыҙ. “Генераль йыйыштырыу” тураһында һүҙ бармай. Шулай ҙа унда йышыраҡ ҡарарға, ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлекте ташларға, таптарҙы ваҡытында һөртөп торорға ғына кәрәк.

* Кәрзин, ҡаптар алырға аҡса йәлләмәгеҙ. Өйҙәге бар ваҡ-төйәкте шуларға һалып барығыҙ. Йортоғоҙ күпкә йыйнағыраҡ буласаҡ.
* Аш-һыу бүлмәһен ашарға бешергән саҡта уҡ йыйыштырығыҙ. Ит бешкәнсе, уны ҡырҡҡан таҡтаны йыуып ҡуя һалығыҙ, духовкала берәй нәмә әҙерләнгәнсе, файҙаланылған бар ҡашығаяҡты урынлаштырығыҙ һәм башҡалар.

* Йоҡларға ятыр алдынан бар нәмәне урынына ҡуйығыҙ. Иртән таҙа өйҙө күреп күңелегеҙ күтәрелер.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА әҙерләне.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/-r-va-yt-t-rtip-bul-yn-s-n-/
Читайте нас