– Хәҙер психик сирлеләр күбәйҙе, тиҙәр. Килешәһегеҙме?
– Статистикаға күҙ һалғанда ла, шәхси тәжрибәнән сығып әйткәндә лә, психик сирлеләр бынан утыҙ йыл элек нисек булған, кеше һанына ҡарап, әле лә шул кимәлдә. Африкала кеше башына нисә психик сирле зат тура килә икән, Рәсәйҙә лә шул уҡ күренеш, Америкала ла, Ҡытайҙа ла... Йәки был өлкәлә ниндәйҙер заманға, урынға, йәшкә ҡарап ҡына үҙенсәлек эҙләү дөрөҫ булмаҫ, тип уйлайым. Был бөгөнгә ҡарата, әммә киләсәктә хәлдәр үҙгәреп китеүе бар, ни өсөн икәнен артабан һөйләрмен.
Бында хикмәт башҡала: сирлене асыҡлау, дауалау көсәйҙе. Шул уҡ ваҡытта кеше психиатрҙан ҡурҡмай, оялмай үҙ проблемалары менән уртаҡлаша, белгескә мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, элек бер инәй үҙенең күңелен йорт алдында әхирәттәре менән хәбәр һөйләшеп дауалаһа, хәҙер иһә әгәр ҙә төшөнкөлөккә бирелһә, психологка йә психиатрға мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, мин бында сире көсәйгән кеше тураһында һүҙ алып бармайым, психик торошо арҡаһында йәмғиәткә кеше ниндәйҙер хәүеф килтерә икән, уның менән һәр заманда ла һис кисекмәҫтән табиптар шөғөлләнә. Һәр хәлдә, шулай булырға тейеш.
Бынан өс тиҫтә йыл элек донъя кимәлендәге белгестәр (Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкилдәре), тағы ла утыҙ йылдан яман шеш менән ауырығандар һаны ҡырҡа артасаҡ, тип билдәләгәйне. Үкенескә ҡаршы, улар хаҡлы булып сыҡты: онкология сирҙәре ныҡ таралды. Әммә шул уҡ белгестәр ҡырҡ йылдан психик сирлеләр һаны ла күбәйә тип әйтте – шуныһы һағайта һәм йәнә әлеге ғалимдар хаҡ булһа, быға бер ҙә аптырарлыҡ түгел, сөнки психикабыҙ ҡаҡшауға килтергән сәбәптәр артты. Уларҙың иң таралғаны, көсәйгәне һәм билдәлеһе – мәғлүмәт туплау.
Бөгөн кеше бер көн эсендә алған мәғлүмәтте бынан илле йыл элек ай буйы туплаған булыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта кешенең биологик мөмкинлектәре артмай бит. Күҙ алдына килтерегеҙ: баш мейеһенә күпме өҫтәмә йөк! Интернеттан да, телевизорҙан да, аралашыуҙан да, урамдағы яҙыуҙарҙан да кәрәккән дә, кәрәкмәгән дә мәғлүмәт йыйыла ла йыйыла. Иң үкенеслеһе шул: бынан бер нисек тә ҡотолоп булмай, тик яраҡлашырға, заман елендә елергә генә ҡала. Был йәһәттән урта быуын нисек тә һаҡлана әле ул, бына балалар менән оло быуын өсөн борсолам.
Балалар, билдәле, баш мейеһе әлегә “буш” булыу сәбәпле, мәғлүмәтте күп туплай. Тик ниндәй “йөк”тө бит әле?! Хәүефле мәғлүмәт булыуы ла бар. Ҡайһы бер фажиғәле ваҡиғаларға күҙ һалһам, быға инанырға мәжбүрмен. Мәҫәлән, бер уҡыусының тотош мәктәпте юҡ итергә теләүе ошо хаҡта һөйләй. Иң мөһиме – беҙгә, урта быуын кешеләренә, уларҙы нисек тә һаҡлау, кәрәкмәгән мәғлүмәт алыуҙан тыйыу, дөрөҫ тәрбиә биреү тураһында уйларға кәрәк. Әлбиттә, был тәңгәлдә байтаҡ миҫалдар килтерергә була: башҡарылған эштәр, эшләнергә тейешлеләре.
Белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән беҙ тағы бер нәмәне күҙ уңынан ысҡындырабыҙ буғай: быуындар бәйләнеше юғала. Уйлана китһәк, психик торошобоҙҙо нығытыуҙа был күренеш тә мөһим әһәмиәткә эйә. Тик сабырлыҡҡа, изгелеккә, илһөйәрлеккә, хеҙмәт һөйөргә өйрәткән, кәңәштәр биргән оло быуын үҙе ни хәлдә һуң? Бер көн килеп тотош илен, идеалдарын юғалтҡан, күберәк ваҡытын сирҙәренә ҡаршы көрәшергә мәжбүр булған быуында йәштәр ҡайғыһымы икән? Улар аптырап ҡалды һымаҡ. Күңелдәрендә борсолоуҙар күп, тетрәнеүҙәр, төңөлөүҙәр... Ошо арҡала улар үҙ-үҙенә бикләнә, тоҙаҡ эҙләй хатта. Ә беҙ, урта быуын, ошо ваҡытта уларҙың күңелендә өмөт уятырға тейешбеҙ. Был һүҙҙәрҙе фәлсәфә хаҡына әйтә тип уйламағыҙ, психиатр-белгес булараҡ еткерәм: оло быуындың күңел торошо тураһында хафаланырға тейешбеҙ.
– Сирҙе асыҡлауы еңелләште, тинегеҙ...
– Эйе, сөнки баштараҡ әйтеп үтеүемсә, кеше психиатрға барыуҙы хәҙер ҙур фажиғәгә тиңләмәй. Ғөмүмән, был табиптан ҡурҡмаҫҡа кәрәк, кеше психик сире барлыҡҡа килеүен, көсәйеүен үҙе лә аңламауы ихтимал. Юҡһа “психиатр” тигән һүҙҙе ишетеү менән күптәр күҙ алдына карауатҡа ҡуша бәйләп ҡуйыуҙы, рәшәткәле бүлмәләрҙе килтерә. Бигерәк тә хәтере юғала барған оло кешене балалары ҡаралырға алып киләм тиһә, ул аптырап китә. Йәнәһе, һап-һау ҙа инде! Ғәмәлдә иһә хәтерҙең насарайыуы – үҙе ҙур хафа.
Шул уҡ ваҡытта бында бит ғүмерлеккә дауаханаға ятыу тураһында һүҙ бармай. Ваҡытлыса дауа алыу, килеп йөрөү һәм башҡалар.
Әлбиттә, сирлеләр тағы бер күренештән һағая: уларға йәмғиәт нисек ҡарар? “Иҫәр” тип көлмәҫтәрме?.. Кешене теркәү уға ҡарата йәмғиәт тарафынан һағайтыу күренеше уята. Был инде – әлегә бер нисек тә ҡотола алмаҫлыҡ күренеш, беҙҙең менталитет. Шуға белешмә биргәндә, беҙ ике ут араһында ҡалабыҙ: кешегә сиренең кимәлен, төрөн яҙып, уның яҙмышына ауырлыҡ һалмаҫбыҙмы? Тейешле белешмә арҡаһында уны артабан эшкә алмауҙары, сикләүҙәре лә ихтимал. Аралашҡанда ла сәйерһенеп ҡарайҙар. Иң мөһиме – был етешһеҙ күренештәр һирәгәйә бара, йәмғиәт инвалидтарға, психик сирлеләргә ҡарата иғтибарын арттыра, аңларға тырыша. Шуға психик сирлеләр, яҡындары беҙгә ҡаршы тәү башлап үҙҙәре лә аҙым яһай.
Икенсенән, медицина күҙәтеүе үҫешә. Табипҡа күренеүҙәр үҙ емешен бирмәй ҡалмай.
– Йәмғиәттең психик сирлеләргә ҡарашы үҙгәрә, ә шундай уҡ мөнәсәбәт психиатрҙарға ҡарата тойоламы?
– Психиатрия, нисек кенә булмаһын, медицинала һәр саҡ икенсе планда булған өлкә – бының менән килешергә кәрәк, сөнки тәү сиратта кеше организмының дөйөм торошо, ҡан баҫымы, йөрәк сирҙәре, һыуыҡ тейеү һымаҡ сирҙәр төп иғтибарҙа булырға тейеш. Бындай ауырыуҙар менән халыҡ күберәк һәм йышыраҡ мөрәжәғәт итә. Әммә йәмғиәттең һаулығын ғына түгел, хәүефһеҙлеген дә ҡайғыртҡанда, беҙҙең өлкә лә мөһим булып ҡала. Мәҫәлән, водитель танытмаһын алырға дәғүә иткән нисә кеше беҙгә көн һайын белешмә юллап килә? Ә киләсәктә рулгә ултырып йөрөй башлағас, уларҙың яуаплылығына, хәрәкәтенә күп кешеләрҙең хәүефһеҙлеге бәйле. Психик сирлеләрҙең ауырыуы көсәйгән мәлдә баш китерлек ҡылған эштәрен дә күҙ алдына килтерһәң, беҙҙең һөнәрҙең дә мөһимлеге, яуаплылығы ҙур булып сыға.
Нисек кенә булмаһын, йәмғиәт тарафынан, дәүләт яғынан иғтибар бар. Бөгөн Стәрлетамаҡта поликлиникаһы, ҡала буйлап бүлексәләре булған, күрше муниципалитеттарҙы ла хеҙмәтләндергән стационарҙа 400-ҙән күберәк кешене дауалаған 300-ҙән артыҡ хеҙмәткәре иҫәпләнгән дауахана эшләп килә икән, быға ҡыуанырға ғына ҡала. Улай ғына ла түгел, һуңғы ваҡытта республикала медицинаға иғтибар артыуы эшебеҙҙе көсәйтер тигән өмөт тыуҙыра.
– Психиатрҙан ҡурҡмаҫҡа тинегеҙ, ә психик сирлеләрҙән? Алдараҡ әйткәнсә, кеше ундай ауырыуҙарға һағайып ҡарай, үҙегеҙ ҙә баш китерлек енәйәттәр тураһында әйтеп үттегеҙ...
– Стационарҙа дауаланған 450 пациент араһында ниндәй генә кешеләрҙе осратмаҫһың. Һәр кемдең үҙенә күрә яҙмышы, башына төшкән бәхетһеҙлеге бар. Берәүҙәрҙең тыумыштан мейеһе зәғиф була, кемдер олоғайған көнөндә “икеләнә” башлай. Шулай ҙа йыш ҡына быуындан-быуынға күсеп килгән сирҙәр ҙә осрай. Кемдер ябай эшсе булған, кемдер ваҡытында вазифа биләгән, үҙе кеше дауалаған... Тик, үкенескә ҡаршы, сир бер кемде лә аяп тормай. Ауырыуы бөрөләнеп, яйлап үҙен һиҙҙереүе ихтимал, шулай уҡ ҙурая килеп, кешелә ҡапыл ниндәйҙер үҙгәреш булыуы ла бар. Әйткәндәй, башлыса шизофрения осраһа ла, сирҙәр ҙә гел бер төрлө генә түгел, ҡатлы-ҡатлы. Кемдер донъяны тик матур итеп күрә, бәғзеләр уны ҡап-ҡара итеп тоя, кемделер гелән ҡыуалайҙар, ябайлаштырып әйткәндә, башында ҡотортоусылар йәшәй, йылдар буйы үсләшеп тә йөрөйҙәр... Әммә бындай ауырыуҙарҙың барыһы ла кешеләргә хәүефле тип уйларға ярамай. Дөйөм сирлеләрҙең биш проценты ғына ҙур хәүефкә эйә. Эйе, араларында психик сире арҡаһында хатта бер нисә кешенең ғүмерен ҡыйған, үлтергән, көсләгән, һуғышҡандар бар... Әйткәс әйтәйек, ҡайһы берҙә поликлиникаға белешмә алырға килгән кешеләр араһында ла хәүефле шәхестәр осрап ҡуя. Тик бер нисә кеше арҡаһында барлыҡ психик сирлеләрҙе лә бәйләп ҡуйып йәшәтеп булмай. Ҡабатлап әйткәндә, ошоно күҙ уңында тотһаҡ ине.
Әлбиттә, кешегә медицина ярҙамы күрһәтеп, уны тиҙерәк аяҡҡа баҫтырғы килә, тик бында ҡул һыныу, һыуыҡ тейеү генә түгел шул, кешенең башында нимә барлығын ҡапыл ғына аңлауы ауыр, быға хатта йылдар кәрәк. Мәҫәлән, бер ҡаты психик сирле вафат булғас, уның мейеһен өйрәнергә булғандар. Ә мейеһендә бер генә үҙгәреш тә юҡ икән. Шунан һуң серҙе сисеп ҡара инде...
Иң мөһиме – кешеләр, сир ниндәй генә кимәлдә булмаһын, бындай үҙенсәлекле әҙәм балаларына игелекле ҡарашта ҡалһын ине. Улар ҙа бит кеше!
Стәрлетамаҡ ҡалаһы