Новости
29 Март 2020, 11:20

Нисек түҙер әсә йөрәге?

Ошо көндәрҙә Иглин районының Урман ауылында булған фажиғә бар халыҡты тетрәндерҙе.

11 йәшлек ҡыҙ иптәштәре менән йәшенмәк уйнағанда бәхетһеҙлеккә тарый: өйөлөп ятҡан бүрәнәләр шыуып китеп, бәләкәй генә кәүҙәне баҫа. Ҡурҡыуҙа ҡалған башҡа балалар шунда уҡ ололарға хәбәр итә-итеүен, ә улар үҙ сиратында тиҙ ярҙам саҡырта. Әммә алынған йәрәхәттәр шул тиклем ныҡ була - оҙаҡламай килеп еткән табиптарға ҡыҙҙың үлгәнлеге тураһында ғына белдерергә тура килә.

"Бының кеүек фажиғәле хәл беҙҙә тәүгә", - ти ауылдаш ҡатын.

Бала ғаиләлә әсәһе һәм өләсәһе менән генә үҫкән. Атаһы Өфөлә айырым йәшәй. Бик илгәҙәк, ихлас бала ине, ти ауылдаштары мәрхүмә тураһында. Ғаилә яҡшылар иҫәбендә, әсәһе ҡыҙын яратып, өф итеп кенә үҫтергән, хәҙер бындай ҙа ауыр ҡайғыны нисек күтәрер, тип борсола ауылдаштары. Бала ҡайғыһы - иң ҙур ҡайғы. Әсәһенә, яҡындарына түҙемлек, ныҡлыҡ теләйбеҙ.

Был ғәҙәттән тыш хәл буйынса Тәфтиш комитеты аңғармаҫтан үлтереү тигән статья буйынса енәйәт эше асҡан. Бүрәнәләр - урындағы эшҡыуарҙыҡы, әгәр уның ғәйебе иҫбатланһа, ул яуапҡа тарттырыласаҡ. Хоҡуҡ һаҡсылары фажиғә булған урынды ентекле өйрәнә, суд-медицина экспертизаһы үткәреләсәк, шаһиттарҙан һәм ҡыҙҙың туғандарынан һорау алына. "Бәхетһеҙлеккә килтергән бөтә сәбәптәр һәм шарттар өйрәнелә. Тикшереү барышында бүрәнәләр һаҡланған ерҙең хәүефһеҙлеге тәьмин ителгәнме-юҡмы - ошоға хоҡуҡи яҡтан баһа биреләсәк", тип аңлатма бирәләр ведомствонан.

Фото: resbash.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
  • https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/s-keshe-auir-ay-ini-nisek-k-t-rer-189331/
  • Читайте нас