Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
29 Март 2020, 11:12
Кремлдә лә коронавирус тапҡандар
Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков Кремль хеҙмәткәрҙәре араһында коронавирус инфекцияһына дусар булғандар бар, тигән хәбәрҙе раҫланы.
"Ысынлап та, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре араһында коронавирус менән сирләү осрағы асыҡланған, әлеге ваҡытта барлыҡ тейешле санитар-эпидемиологик саралар күрелә. Был хәл иҫкәртеү саралары күреү ихтыяжын тағы берҙе иҫбатлай", — тигән Дмитрий Песков.
Сирләгән кеше Владимир Путин менән аралашҡанмы тигән һорауға матбуғат секретары “юҡ” тип яуаплаған.
Фото: kremlin.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Kremld-l-koronavirus-tap-andar-189043/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"