Новости
29 Март 2020, 11:17

Карантин ваҡытында тик ултырмағыҙ!

Күптән түгел Өфөгә даими йәшәргә күскән, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” исемен йөрөткән яҡташыбыҙ Эльбрус Ниғмәтуллин коронавирус сәбәпле карантинда өйҙә ултырғандарға артыҡ килограмдар йыймауҙа ярҙам итергә йыйына.

30 марттан 5 апрелгә тиклем спортсы бушлай онлайн-марафон уҙғарырға ниәтләй.
“Һәр көнгә дөрөҫ туҡланыу буйынса меню, өй шарттарында ҡул аҫтындағы инвентарь менән тренировкалар видеоһы һәм мессенжер чаттарында минең консультациялар ҡуйыласаҡ. Өлгөрә алмаған осраҡта, һеҙгә командам ярҙам итәсәк. Гел телевизор алдында ултырып, артыҡ килограмдар йыйып, сәләмәтлегегеҙгә зыян килмәһен – марафон тап ошо маҡсатта ойошторола”, - ти Эльбрус Ниғмәтуллин.
#будьвформесэльбрусом марафонына яҙылыу өсөн, яҡташыбыҙҙың Инстаграмдағы сәхифәһендәге анкетаны тултырыр кәрәк.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Karantin-va-itinda-tik-ultirma-i-187913/
Фото: Инстаграм.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас