Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
29 Март 2020, 11:04
Хужалары закон алдында яуап бирәсәк
Кисә, 28 мартта, баш ҡаланың төнгө клубтарының береһендә “карантинға ҡаршы" кисә ойошторғандар.
Мәғлүм булыуынса, тап кисә коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән республика Башлығы указы менән ҡатыраҡ саралар күрелгәйне һәм шул иҫәптән күңел асыу ойошмаларының эше (төнгө клубтар, дискотекалар һәм башҡалар) туҡтатылғайны.
Әлеге кәйеф-сафа оҙаҡ дауам итмәгән, легаль булмаған сараның барышын полицейскийҙар өҙгән. Ҡунаҡтар таралышып бөткәс, хоҡуҡ һаҡлау органдарына учреждение хужалары менән етди һөйләшергә тура килгән. Улар закон алдында яуап бирәсәк, ҙур штраф түләйәсәк.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Hugalari-zakon-aldinda-yauap-bir-s-k-190449/
Фото: iz.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"