Новости
29 Март 2020, 11:21

Ѳфѳлә - заманса трамвайҙар

Ѳфѳләге трамвай паркы күптән яңыртыуҙы талап итә. Йылдар дауамында ҡала ѳсѳн экологик яҡтан таҙа транспорт булған пассажирҙар ташыусы был техникаға иғтибар булмауын танырға кәрәктер.

Ниһайәт, был йәһәттән дә ыңғай үҙгәрештәр башланасаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә”ге шәхси сәхифәһендә ошо хаҡта белдерҙе.

"Ѳфѳлә Екатеринбургтағы “Уралтрансмаш” предприятиеһы сығарған тиҙлекле яңы трамвай вагонын һынай башлайбыҙ. Ул 30 марттан баш ҡаланың Кѳньяҡ ѳлѳшѳндә йѳрѳй башлаясаҡ. Был - йәй ҙә, ҡыш та уңайлы булған түбән иҙәнле, иркен салонлы һәм тирә-яҡ яҡшы күренгән трамвай. Унда балалар арбаһы ѳсѳн махсус майҙансыҡ, видеокүҙәтеү һәм кондиционер бар. Ҡарарбыҙ, нисек үҙен күрһәтер, әгәр пассажирҙарға оҡшаһа, иҫкергән күсмә составты яйлап ошондай заманса вагондарға алыштырасаҡбыҙ", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

https://bash.rbsmi.ru/articles/t-g-rm-s/f-l--zamansa-tramvay-ar-189390/

Фото: “Бәйләнештә”.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас