Новости
29 Март 2020, 11:19

Алты минут та етә...

Әле донъяла таралған сир хаҡында социаль селтәрҙәрҙә йөрөгән төрлө мәғлүмәттәрҙе уҡып, күптәр үҙе лә һиҙмәҫтән стресс кисерә. Белгестәр әйтеүенсә, көсөргәнеш ваҡытында китап уҡыу бар хәүеф-хәтәрҙән арындырасаҡ.

Британия ғалимдары тикшеренеүҙәр уҙғарып, ҡыҙыҡлы асыштар яһаған. Баҡтиһәң, стресс кимәлен музыка тыңлау – 61, бер сынаяҡ сәй йәки ҡәһүә эсеү – 54, саф һауала йөрөү – 42, уйындар 21 процентҡа төшөрә икән. Шул уҡ ваҡытта ни бары алты минут шым ғына китап уҡыу - көсөргәнешкә ҡаршы иң яҡшы дарыу. Тикшеренеүҙәр авторы Дэвид Льюис, ниндәй китап уҡыу түгел, ә уға тулыһынса бирелеү мөһим, тип һанай. Китап геройҙарының проблемаларына бирелеп, кеше үҙенекен онота икән.
Стресс кисергәндә үҙеңә нисек ярҙам итергә? Борсолоуығыҙҙың сәбәбен билдәләп ҡарағыҙ. Көнөгөҙҙө планлаштырығыҙ. Дөрөҫ туҡланығыҙ, етерлек йоҡлағыҙ, физик күнегеүҙәрҙе даими яһағыҙ.
Стресс кисергән кешенең хис-тойғоһо ҡыҙған мейес кеүек, шуға ла бер нисә кәңәш:
– проблемаларығыҙ, борсолоуҙарығыҙ хаҡында яҡындарығыҙға һөйләү ярҙам итер;
– физик күнегеүҙәр, саф һауала йөрөү ҡуҙғыусанлыҡты кәметер;
– тыныс йоҡо – иң яҡшы дуҫ;
– ыңғай тойғолар (концерт, театр, дуҫтар менән аралашыу) солғанышында булырға тырышығыҙ;
– иң төп ҡағиҙә – төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ һәм мөмкин тиклем йышыраҡ йылмайығыҙ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Alti-minut-ta-et-188465/
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас