- Ғаилә - ул усаҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ ;
- Ғаилә - ул дуҫлыҡ, татыулыҡ, яҡшылыҡ ;
- Ғаилә - ул шатлыҡ, берҙәмлек, туғанлыҡ ;
- Ғаилә - ул хеҙмәт, уңғанлыҡ, булғанлыҡ ;
- Ғаилә - ул байлыҡ , муллыҡ һәм бәрәкәт ;
- Ғаилә - ул табышмаҡ , борсоу һәм мәшәҡәт ;
- Ғаилә - ул бәхет , хыял һәм мөхәббәт ;
- Ғаилә - ул йәшәйеш , шәфҡәт һәм мәрхәмәт ;
- Ғаилә - ул бәлә , беренсе аҙымдар ;
- Ғаилә - ул байрам , күңелле сығымдар ;
- Ғаилә - ул тормош , үпкә һәм талаштар ;
- Ғаилә - ул бер фән , күп төрлө ҡараштар ;
- Ғаилә - ул бөтөнлөк , тигеҙлек һәм хөрлөк ;
- Ғаилә ныҡ була , ныҡ булһа тик ерлек .