Ирәүән
Үҫемлектең һабағы бик тәмле, уны ҡулланғанда, тәмле аҙыҡ килеп сыға. Ә бына тамырынан дауалау препараттары эшләйҙәр. Ирәүән – диетик аҙыҡ, шуға ла врачтар уны һигеҙ айҙан баланың рационына индерергә ҡуша. Ул аҙыҡты эшкәртеүгә һәйбәт тәьҫир итә, бөйөрҙөң эшмәкәрлеген көйләй..
Укроп
Был үҫентенең ғәжәп тәмле еҫен бөтәһе лә ярата. Яңы ғына өҙөлгән укропта тимер, бөтә витаминдар, кальций һәм эфир майҙары бай. Балалар организмы өсөн уның файҙаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ул эс ҡатыуҙы йомшарта.
Ҡуҙғалаҡ
Ҡуҙғалаҡты даими ашаған кешелә анемия булмай. Үҫентенең әскелтем япраҡтары органик матдәләрҙең бай сығанағы булып тора. Уның менән тимер яҡшы эшкәртелә. Шуға ла иткә ҡушып бирелгәндә тағы ла яҡшыраҡ. Ҡуҙғалаҡта каротин бар. Кескәйҙәрҙең үҫеше, күҙҙәренең сәләмәтлеге өсөн ул бигерәк тә кәрәк.