Был емеш составындағы үҫемлек эстрогендары төркөмөнән булған ресвератол тигән матдә күҙәнәктәргә зыян килтерә торған ҡушылмаларға ҡаршы көрәшеүгә һәләтле.
Бынан тыш, ул холестерин күләмен кәметә, ҡан тамырҙарында ялҡынһыныуҙы баҫа. Виноград төштәрендә булған А, Е һәм К витаминдары, шулай уҡ тәбиғи май күҙәнәктәрҙе нығытыуға, йәшәртеүгә ярҙам итә. Кофе кислотаһы, кверцетин, мирецетин кеүек фенол тоташтырғыстар организмды онкология һәм йөрәк-ҡан тамыры ауырыуҙарынан һаҡлай.
Виноградтағы целлюлоза, шәкәр һәм кислоталар ҡатнашмаһы тәбиғи йомшартҡыс булып тора, ә минералдар теште, һөйәкте нығытыуға булыша.
Табиптар көн һайын 150-нән алып 250 грамға тиклем виноград ашарға кәңәш итә. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, иммунитетты нығыта торған антиоксиданттар ҡара төҫтәгеһендә күп. Әммә виноград ҡарараҡ төҫтә булған һайын, аллергендар күләме ҙурыраҡ булыуын онотмаһаҡ ине.