Ҡытай һәм Британия ғалимдары асыҡлауынса, асыҡ утта аҙыҡ әҙерләү ҙә зыянлы, төтөн еҫкәп тороу пневмония, астма һәм башҡа үпкә сирҙәре менән сирләү ихтималлығын 40–60 процентҡа арттыра.
Белгестәр бер нисә йыл рәттән 300 мең самаһы ҡытайҙың сәләмәтлеген күҙәткән. Уларҙың яртыһы ваҡыты-ваҡыты менән даими рәүештә ашарға бешереү, йылыныу өсөн күмер йәки утын яҡҡан. Тәжрибә башында уларҙың береһенең дә тәмәке тартмағаны һәм хроник үпкә сирҙәре менән сирләмәгәне билдәләнгән. Туғыҙ йыл үткәндән һуң, 20 меңдән ашыу күҙәтелеүсе яман шештән һәм ауыр үпкә сирҙәренән үлгән йәки насар диагноз менән дауаханаға эләккән. Тимәк, асыҡ утты көнкүреш маҡсатында ҡулланған кешеләр, газ, электр плитәләре йә иһә үҙәкләштерелгән йылытыу системаһы ҡулланғандарҙан айырмалы рәүештә, үпкә сирҙәренән 54 процентҡа күберәк яфалана.
Ҡытай ғалимдары фекеренсә, усаҡ төтөнөн аҙ ғына һулау ҙа организмдағы канцерогендар миҡдарын арттыра, үпкәнән тыш, тирегә лә зыян килтерә. Шулай ҙа зарарлы матдәләрҙең күп өлөшө организмға аҙыҡ менән эләгә, улар ҡурылған һәм ыҫланған аҙыҡта бигерәк тә күп. Ғалимдар ошо ризыҡтарҙың онкология сирҙәренә килтереү ихтималлығын раҫлаған.
Португалия һәм Испания ғалимдары иһә, асыҡ утта ҡыҙҙырылған шашлыҡтың зарарын маринадтарҙың ҡайһы бер төрө түбәнәйтә, тип белдерә. Ошо иҫәпкә һыра, шарап, сәйгә нигеҙләнеп яһалған маринадтар инә, улар шешлектең канцероген сифаттарын кәметә.