Новости
28 Март 2020, 05:00

Сәскә ғүмере бик-бик аҙ ғына...

Ниндәй ҡатын-ҡыҙ сәскә бүләк иткәндәрен яратмаһын! Бер генә бөртөк сәскә булһынмы, әллә ҡосаҡҡа һыймаҫ ҙур гөлләмәме – мөһим түгел, күрһәтелгән иғтибар күпкә ҡәҙерлерәк.

Әлбиттә, һәр кем бүләккә алынған сәскәнең оҙағыраҡ ултырыуын теләй. Был тәңгәлдә һеҙгә ябай ғына кәңәштәр ярҙамға килер.
  • Тыштан ингән гөлләмәне шунда уҡ һыулы вазаға ҡуймағыҙ, ул аҙ ғына бүлмә температураһына өйрәнһен.
  • Һабаҡтың һыуға тейеп торасаҡ өлөшөндәге япраҡтарҙы тулыһынса алып ташлағыҙ, юғиһә улар серей башлап, һыуҙы тиҙ иҫкертәсәк, еҫләндерәсәк.
  • Һәр сәскәнең һабағын 1-2 см оҙонлоҡта ҡыя рәүештә ҡырҡырға кәрәк. Был эште һыуҙа килеш эшләһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
  • Һөт кеүек аҡ һут сығарған сәскәләрҙең һабағын бер-ике секундҡа ҡайнар һыуға тығып алыу уларҙың ғүмерен бермә-бер оҙайта.
  • Сәскә өсөн ҡайнап һыуынған йәки фильтр аша үткәрелгән һыу яҡшыраҡ. Крандан аҡҡан хлорлы һыуҙы бер сәскә лә яратмай.
  • Аспириндың гөлләмә ғүмерен оҙайтыуын күптәр беләлер, әммә уны дөрөҫ нисбәттә ҡулланыу шарт: бер литр һыуға – бер төймә аспирин.
  • Был маҡсатта ҡулланырға мөмкин нәмәләр: 0,5 балғалаҡ тоҙ, бер сәй ҡалағы 10 процентлы спирт, 0,5 балҡалаҡ лимон кислотаһы (был нисбәт бер литр һыуға ҡарата алынған).
  • Байрам айҡанлы ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән алынған гөлләмәләрегеҙ оҙаҡ ваҡыт күҙҙе иркәләп, өйҙө йәмләһен!
    Фото: pinterest.ru
    Читайте нас