Новости
28 Март 2020, 05:05

Кәкре-бөкрө “уйнап” алайыҡ

Иғтибар иткәнегеҙ бармы: беҙ, ғәҙәттә, бер төрлө торошта баҫып торабыҙ, ултырабыҙ, ятабыҙ. Йәғни гел бер үк мускулдарҙы ғына эшләтәбеҙ. Был дөрөҫмө? Әлбиттә, юҡ!

Яндағыларығыҙҙың ҡотон алмаҫ өсөн, бер үҙегеҙ генә ҡалғанда иң уңайһыҙ торошто һайлағыҙ: ҡул-аяҡтарҙы, арҡаны, муйынды, бармаҡтарҙы, ауыҙҙы, эйәкте, маңлайҙы, янбашты һ.б. мөмкин тиклем нығыраҡ ҡыйшайтып, кәкрәйтеп, бөкрәйтеп ҡатырығыҙ. Ни тиклем уңайһыҙыраҡ, ҡыҙығыраҡ торошҡа киләһегеҙ, тимәк, шунса уҡ ялҡау, һис бер хәрәкәттә ҡатнашмаған тиерлек мускулдарҙы көсөргәндереп, эшкә егәһегеҙ. Ошондай ҡиәфәттә бер минут тороп алғас, кирелеп, тартылып, аяҡ-ҡулдарҙы һелкергә онотмағыҙ.
Эшләп ҡаранығыҙмы? Рәхәтлеген тойҙоғоҙмо? Йәшәге килеп китте, шулай бит?! Мускулдар, тарамыштар, быуындар, әйтерһең дә, бығауҙарҙан ҡотолдо. Инде һәр саҡ яңғыҙ ҡалғанда шулай кәкрәйеп, бөкрәйеп, тартылып, кирелеп, һуҙылып “уйнап” алығыҙ. Үҙенә күрә бик шәп гимнастика ул.
Сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас