Төбәк етәксеһе журналистарҙы борсоған көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Ике сәғәттән ашыу дауам иткән әңгәмәлә коронавирус таралыуға ҡаршы көрәш осоронда социаль ярҙам һәм республика иҡтисадын дәртләндереү, һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү, подъездарҙы ремонтлау һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, транспорт һәм юл инфраструктураһын яңыртыу программаларын тормошҡа ашырыу, йәштәр мөхитенә енәйәти идеологияның үтеп инеүенә ҡаршы эш итеү, шулай уҡ төбәктә идарасылар командаһын ойоштороу принциптары кеүек темалар күтәрелде.