“Транспорт проблемаларын хәл итеү өсөн миңә башҡа кеше кәрәк,”- тип аңлатты үҙ ҡарарын Радий Хәбиров. Шул уҡ ваҡытта ул Тимур Мөхәмәтйәновтың ижади ҡарашлы, белемле, амбициялы етәксе булыуын, тырышлығын билдәләне. Тимур Мөхәмәтйәнов башҡа эшкә күсереләсәк, тик әлегә ниндәй вазифа хаҡында һүҙ алып барылыуы аныҡ әйтелмәне. Дүшәмбе көнө барыһы ла асыҡланырға тейеш. Нисек кенә булмаһын, йәш белгескә уңыштар ғына теләйек.