Ниһайәт, өйләнеү темаһына Ришат асыҡлыҡ индерҙе. Артист үҙенең Инстаграмдағы сәхифәһендә әлеге теманы күтәрҙе. "Һуңғы ваҡытта һеҙ ниңәлер мине минһеҙ генә өйләндерә башланығыҙ. Минең турала ҡайғыртыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ләкин, рус халҡы әйтмешләй, "пир во время чумы" яһап ятып булмай бит инде. Әгәр өйләнергә уйлаһам, был шатлыҡлы хәбәрҙе, һис шикһеҙ, һеҙ беренсе беләсәкһегеҙ", – тип белдерә Ришат.
"Ришат, энем, тормошта көрсөк, ҡаршылыҡ бөтмәҫ ул. Уларҙың үткәнен көтһәң, оҙаҡ өйләнә алмаҫһың", "Оҙаҡҡа һуҙма, Ришат. Һине яраткан тамашасылар шул шатлыҡлы хәбәрҙе котә", "Өйлән инде Ришат, әллә ниндәй һүҙҙәр йөрөй башланы, һинең турала бер насар һүҙ әйттерәһе килмәй шул", тип яҙа Ришаттың ижадын үҙ итеүселәр.