Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан белдереүҙәренсә, 414 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡторған, 21 меңдән ашыуы үлгән. Пандемия арҡаһында байтаҡ илдәрҙә карантин иғлан ителгән.
Рәсәйҙә 840 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған.
Белгестәр паникаға бирелмәҫкә, санитар-гигиена талаптарын теүәл үтәргә саҡыра. Карантин ваҡытында өйҙә ултырырға, аралашыуҙы сикләргә кәрәк.