Төбәк етәксеһе әлеге ваҡытта барлыҡ донъяла, беҙҙең илде уратып алған дәүләттәрҙә ҡурҡыныс инфекцияның ҡотороуын, кешеләрҙең бик ауыр хәлдә ҡалыуын билдәләп үтте һәм хәлдең етди булыуын тағы берҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Барлыҡ муниципалитет башлыҡтарына инфекцияны иҫкәртеү буйынса штабтарға етәкселек итергә, штаб һәм ҡаты экономия режимына күсергә ҡушылды.
– Әлеге ваҡытта беҙ коронавирус буйынса киҫкен этаптарҙың береһенә инәбеҙ, дөйөм иҡтисади йәһәттән дә. Республика ҡаҙнаһына үҙгәрештәр индереү хаҡында етди уйлай башланыҡ, был ағымдағы һәм киләһе йылдарға ла ҡағыла. Мин республика халҡына мөрәжәғәт итәм: беҙгә түҙергә тура киләсәк. Бихисап социаль проекттар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туҡтатылып торасаҡ, тәүге сиратта төҙөлөш хаҡында һүҙ бара. Башланғандарын тамамлаясаҡбыҙ, ә ҡалғандарын кисектереп торорға тура киләсәк, шул иҫәптән мәҙәниәт йорттары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар хәл яҡшырған заманға тиклем тороп торасаҡ. Быларҙың барыһы ла ҡатмарлы осорға резерв туплау, иҡтисадҡа ярҙам итеү өсөн эшләнә, сөнки иҡтисад ҡаҡшаһа, ғөмүмән, күп ғәмәлдәрҙе оноторға тура киләсәк. Муниципалитеттар ҙа ҡаҙналарын ҡабаттан ҡарарға тейеш. Мәҫәлән, урындағы ансамблгә костюм һатып алырға йә иһә ЗАГС фасадын ремонтларға йыйынғанһығыҙ икән, тороп тороғоҙ. Барыһы ла әлеге ваҡыттағы ихтыяждан сығып эшләнергә тейеш. Халыҡты һәм иҡтисадты хәстәрләү өсөн резервтар булдырығыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы Хөкүмәткә тиҙ арала республика иҡтисадына ярҙам күрһәтеү сараларын туплаған программаның вариантын әҙерләргә ҡушты.
– Беҙҙең республика һәм, ғөмүмән, дәүләтебеҙ һуғыштан һуң бындай тиңе булмаған саҡырыу алғаны юҡтыр. Беҙгә бөтәһе бер юлы килде: иҡтисади көрсөк, коронавирус инфекцияһының етди хәүефе. Был хәлде идара итеү аппараты һөҙөмтәле эшләгәндә генә юғалтыуһыҙ үтә аласаҡбыҙ. Беҙҙең ҙур команданы штаб эше режимына күсергә саҡырам. Һеҙ аңларға тейеш: беҙ хәрби хеҙмәткә саҡырылған кеүекбеҙ. Әгәр ҙә тотороҡло эш атмосфераһын булдырһаҡ, был хәлде лә үтәсәкбеҙ. Иҡтисади потенциалыбыҙ ошо мөмкинлекте бирә тип инанам. Беҙҙең идара итеү мөмкинлектәре һәм һәләтебеҙ бар, һәм халыҡ беҙгә ҡушылыр тип уйлайым, – тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә “Роспотребнадзор” идаралығы вәкиле Александр Жеребцов әлеге ваҡытта 14 көнлөк үҙаллы изоляция режимын боҙған 37 кешегә ҡаршы административ хоҡуҡ боҙоу протоколы төҙөлгәнен белдерҙе.
Әлеге ваҡытта “Роспотребнадзор”, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре көн һайын сит илдән ҡайтҡан һәм карантин режимын һаҡларға тейеш булған граждандар йәшәгән урындарҙы тикшерә. Барлыҡ мәғлүмәттәр теркәлә һәм режимды боҙоусылар закон алдында яуап бирәсәк.
Баш ҡалала 65 йәштән өлкәндәр өсөн дә карантин режимын индерәсәктәр. Уның механизмы бөгөн үк хәл ителәсәк.
– Был һәр йәһәттән уйланылған документ булырға тейеш. Тәүге сиратта беҙ оло йәштәгеләргә мәғлүмәтте нисек еткереү, нисек дәртләндереү, нисек уларға ярҙам итеү, аңлатыу тураһында уйларға тейешбеҙ. Карантин фәҡәт уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн индерелә, – тине Радий Хәбиров.
Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ “Башфармация” селтәренә 418 мең битлек һатыуға сығарыласағы мәғлүм булды. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Унан тыш, 30 мартта Төркиәнән 700 мең битлек ҡайтарыласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаҡланыу сараларын тигеҙ һәм дөрөҫ итеп таратырға, бер ҡулға иҫәпле күләмдә биреүҙе ойошторорға ҡушты. Шулай уҡ республикала күп тапҡыр ҡуллана торған битлектәрҙе тегеү тәүлегенә 50 мең данаға етергә тейеш.