Башҡортостан биләмәһендә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүенә әҙерлек һәм уны үткәреүгә арналған матбуғат конференцияһы булды. Унда республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге журналистарҙың Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереүгә бәйле һорауҙарына яуап бирҙе.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко хәбәр итеүенсә, Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөндә республикала 3 434 участка эшләйәсәк, уларҙың 39-ы ваҡытлыса асылған. Бынан тыш, был сараға тағы ла 69 территориаль һайлау комиссияһы йәлеп ителә.
Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөнә 3миллион 46 меңдән ашыу бюллетень баҫылһа, уның 603 меңдән ашыуы башҡорт һәм татар телендә буласаҡ, 354,9 меңе КОИБ-та тауыш биреү өсөн әҙерләнә. Әйткәндәй, был тауыш биреүҙә 230 КОИБ ҡулланыласаҡ. Әле халыҡҡа мәғлүмәт таратыу маҡсатында, райондарҙа һәм ҡалаларҙа 200-ҙән ашыу баннер эленгән.
Тауыш биреү, һайлау ваҡытындағы кеүек, исемлек буйынса участкаларҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем уҙасаҡ. Шулай уҡ барған урында тауыш биреү өсөн “Мобиль тауыш биреүсе” тәртибе ҡаралған. Төп йәшәгән урында ситтә булғандар өсөн был система уңайлы.
– Һәр граждан, ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә уңайлы урында тауыш бирә ала. Бының өсөн 25 марттан 16 апрелгә тиклем “Дәүләт хеҙмәте”, Күп функциялы үҙәк, территориаль комиссия йәки һайлау комиссияһы аша алдан ғариза бирергә кәрәк, – тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.
Әйткәндәй, республикала бындай ғаризаларҙы Күп функциялы үҙәктең 60 муниципаль берәмегендә урынлашҡан 100 бүлексәһендә тапшырырға мөмкин.
Ауырыған, хәрәкәт мөмкинлеге сикләнгән, өлкән йәштәге, шулай уҡ башҡа сәбәптәр менән һайлау участкаһына килә алмаған граждандар өйҙән тороп тауыш биреүҙә ҡатнаша ала.
Был тауыш биреү сараһының айырым тәртибе лә бар. Мәҫәлән, һайлау участкаһы бинаһынан бик алыҫта йәшәһәләр йәки килеү ҡыйынлыҡтар тыуҙырһа, был осраҡта өйҙә тауыш бирергә мөмкин. Ялда, командировкала булғандар, һаулыҡ торошо буйынса ла алдан тауыш биреү хоҡуғына эйә. Был ваҡыт өс көндән ете көнгә тиклем оҙайтылыуы ла ихтимал.
Тауыш биреү барышын Рәсәй Йәмәғәт палатаһы һәм уның төбәктәрҙәге йәмәғәт палаталары күҙәтәсәк. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы башҡарма комитеты етәксеһе Шамил Вәлиев белдереүенсә, сараны күҙәтеү эшендә ҡатнашыу өсөн теләгән һәр граждан, йәмәғәт ойошмаһы Йәмәғәт палатаһына мөрәжәғәт итә ала, сикләүҙәр юҡ.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереүгә бәйле мәғлүмәт, әҙерлек барышы тураһында яңылыҡтар менән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының сайтында, шулай уҡ “конституция2020.рф”, “волонтерыконституции.рф”, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһының сайтында –
www.bashkortostan.izbirkom.ru таныша алаһығыҙ.