Табип Мансур Ғиләжев һөйләүенсә, ул эшкә йәйәү йөрөй һәм бер нисә урам аша үтә. Ҡайһы берҙәре, боҙ өйөмө ятыу сәбәпле, йәйәүлеләргә ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра. Айырыуса өлкәндәр өсөн был етди һынау.
"Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре бурысына яуаплыраҡ ҡараһа, бындай проблемалар булмаҫ ине", – тип көйәләнә табип.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, республикабыҙҙың ҡала-райондарында “таҙалыҡ көндәре” ойоштороласаҡ. Киләсәктә урамдарҙан боҙ өйөмдәре юҡҡа сығыр, тирә-яҡ "йылмайып ебәрер" тигән ышаныстабыҙ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bo--y-m-n-n-t-almayim-185305/