Новости
25 Март 2020, 10:02

“Зинһар, мине башҡаса борсомағыҙ”

Шулай итеп коронавирус Башҡортостанға ла килеп етте. Кисә дүрт яҡташыбыҙҙың уның менән сирләүе асыҡланды. Был мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров еткерҙе.

Сирлеләрҙең икәүһе Дүртөйлө ҡалаһынан, бер ир Өфөнән, берәү - Өфө районынан. “КП-Уфа” баҫмаһы Дүртөйлө ҡалаһында йәшәгән сирле 36 йәшлек Ләйсән Х. менән аралашҡан.
Билдәле булыуынса, Ләйсән менән уның апаһы инфекцияны Европалағы сәйәхәт ваҡытында йоҡторған. Әйткәндәй, тәүҙә уларҙы әсәле-ҡыҙлы тип яҙалар ине, хәҙер асыҡланыуынса, ҡатындар апай менән һеңле булып сыҡты.
- Хәлем менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ өсөн шатмын. Бер нисә һүҙ генә әйтәм: минең барыһы ла һәйбәт, тән температурам 36,6. Зинһар, мине башҡаса борсомағыҙ, - тигән Ләйсән хәбәрселәргә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Роспотребнадзор"ҙан хәбәр итеүҙәренсә, ул апаһы менән сәйәхәткә 8 мартта сығып китә, 14 мартта кире әйләнеп ҡайтҡас, анализдар тапшыра. Һәм бына 24 мартта һөҙөмтә билдәле була: улар коронавирус йоҡторған. Сирлеләр Өфөлә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында ята, улар тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү аҫтында.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас