Коронавирус таралыуы арҡаһында хәл ауырайған, магазиндар ябылған, Көньяҡ Америка һәм Европа илдәре араһындағы авиация бәйләнеше кәмегән. Сәйәхәтсе вәкиллеккә барғас, уға иң уңайлы вариант тәҡдим итәләр - Буэнос-Айрестан Мәскәүгә билет алырға кәрәк, әлегә самолеттар Рәсәйгә оса, тиҙәр.
”Билеттарға хаҡ ныҡ күтәрелде, миңә Мәскәүгә барып етер өсөн 1300 доллар кәрәк. Ярҙам итегеҙ, барығыҙға ла рәхмәт!” - тип мөрәжәғәт итә дуҫтарына. Социаль селтәрҙәге дуҫтары, ата-әсәһе генә түгел, таныш булмаған кешеләр ҙә Александрға аҡса ебәрә, бер тәүлек эсендә билетҡа тейешле сумма йыйыла. Егет яҙмышына битараф булмаған һәр кемгә рәхмәт белдергән, һаулыҡ теләгән.