Әгәр ошо хаҡта белмәһәгеҙ һәм уйламайынса боҙ өҫтөнә барып сыҡһағыҙ - бәләгә тарыуығыҙ ихтимал. Сөнки яҙғы ҡояштың нурҙарына, йылы елгә көндөҙ боҙ ирей, ә аҫтан уны һыу ағымдары соҡой. Шул сәбәпле боҙ ҡатламында ваҡ тишектәр, күҙәүҙәр барлыҡҡа килә. Ә төнөн боҙҙоң өҫтө яңынан туңып ҡата һәм алдаҡсы күренеш барлыҡҡа килә.
Өҫтөндә ҡар ятҡан (ҡар ирегән боҙҙоң кире туңыуына ҡамасаулай) Ҡамыш йәки башҡа һыу үҫемлектәре үҫкән майҙандар Һыу ағымы көслө булған, туҡтауһыҙ ел өргән ерҙәрҙә Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт боҙ өҫтөнән йылға аша сығырға, йәки боҙ өҫтөндә ултырып, балыҡ тоторға ла тура килә. Был хәлдә ҡурҡынысты нисек мөмкин тиклем кәметергә һуң? Беренсенән, төндә, томан, ҡар йәки ямғыр ваҡытында боҙ өҫтөнә аяҡ баҫмаҫҡа. Икенсенән, йылға- күлдәрҙе боҙ аша сыҡҡанда кешеләр тапаған һуҡмаҡтар, саңғысылар юлынан барыу хәүефһеҙерәк. Әгәр улар булмаһа, боҙға баҫыр алдынан барасаҡ юлығыҙҙы ентекле ҡарап алығыҙ. Өсөнсөнән, төркөм менән боҙ аша сыҡҡанда кешеләр араһында кәмендә 5-6 метр арауыҡ булырға тейеш! Дүртенсенән, бер ҡасан да боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән баҫып тикшермәгеҙ! Бының өсөн махсус оҙон таяҡ ҡулланырға кәрәк. Әгәр таяҡ менән һуҡҡан урындан һыу килеп сыға икән, яйлап ҡына, аяғығыҙҙы боҙҙан шыуыштырып ҡына килгән яғығыҙға кире китегеҙ. Әгәр ҙә боҙҙоң аяҡ аҫтығыҙҙа шытырлауын ишетһәгеҙ һәм уйылыу ихтималлығын тойһағыҙ, ятығыҙ һәм шыуышып китегеҙ.
Әгәр ҙә үрҙәге әйтелгәндәрҙе һанға һуҡмай барып, боҙ уйылып китһә, нимә эшләргә?
Әгәр ҙә үрҙәге әйтелгәндәрҙе һанға һуҡмай барып, боҙ уйылып китһә, нимә эшләргә?
Сәбәләнеп, йоҡа боҙға бөтөн ауырлығығыҙ менән ятып маташмағыҙ, сөнки ул ярылып тик торасаҡ һәм һеҙҙең хәлегеҙ тиҙерәк бөтәсәк; Баштан-аша һыуға суммаҫ өсөн ҡулдарығыҙҙы тирә-яҡҡа йәйеп ятығыҙ, сөнки тән йылыһының 75% тиклем баш аша сығып китә. Ә сәбәләнгән һайын тәнегеҙ йылытып өлгөргән һыу ситтән һыуығы менән алмашынасаҡ һәм һеҙ тиҙерәк өшөйәсәкһегеҙ. Боҙ ситенә терһәктәр менән таянып, тәнегеҙҙе йөҙгәндәге кеүек горизонталь торошҡа килтерергә тырышығыҙ; Боҙ ситенә яҡыныраҡ килеп аяғығыҙҙы боҙға һалғандан һуң һыуҙан тәгәрәп сығығыҙ; Шыуышып, мөмкин тиклем хәүефле урындан ситкәрәк китегеҙ. Эргә-тирәлә кешеләр булһа, ярҙамға саҡырығыҙ! Хәүефһеҙ урынға барып еткәс, кейе- мегеҙҙе сисеп һығып алығыҙ, шунан кире кейегеҙ. Әгәр һеҙ берәйһенең боҙ аҫтына төшөп киткәнен күрһәгеҙ, шунда уҡ боҙға ятығыҙ һәм уға ярҙамға киләсәгегеҙҙе ҡысҡырып әйтегеҙ. Был уға көс өҫтәйәсәк. Ярҙамға мотлаҡ шыуышып барығыҙ. 3-4 метр ҡалғас, бер-береһенә бәйләнгән ҡайыш, ыштан, шарф кеүек нәмәләр менән, әгәр ҡулығыҙ аҫтында таяҡ, бау йәки таҡта кеүек нәмәләр булһа, шулар менән уны һыуҙан тартып сығарығыҙ. Боҙ емерелгән урынға ныҡ яҡын барыу, бәләгә тарыусыға ҡул биреп сығарырға маташыу хәүефле, сөнки үҙегеҙ ҙә төшөп китеүегеҙ ихтимал. Ҡул аҫтығыҙҙа мобиль телефон булһа, берәйһен ярҙамға саҡырырға ла онотмағыҙ!
https://amanat.rbsmi.ru/articles/tir-ya-m-khit/Ya-i-bo-a-yar-ay-bul-a-la-ishanma-k-g-bo-a-k-g-l-y-bul-a-la-ishan-172389/