Новости
24 Март 2020, 11:15

Театр спектаклдәре – YouTube каналында!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Театр спектаклдәренең алтын фонды” тигән проектты ғәмәлгә индерҙе.

“Рәйсә+Фәйзи”, “Ғәлиәбаныу”, “Бибинур, ах, Бибинур!”, “Ҡыҙыл паша”, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!” спектаклдәрен театрҙаң YouTube каналында ҡарарға була. Әлегә унда презентация видеояҙмалары ғына ҡуйылған. Коллекция уҙған йылдарҙағы тамашалар менән даими тулыландырыла.
Фото: afisha.ru
Лилия Давлетбакова
Читайте нас