Мостай Кәрим урамы Октябрь районында урынлашҡан. Әйткәндәй, күрше урам шәхестең яҡын дуҫы, Ҡырғыҙстандың халыҡ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың исемен йөрөтә.
Башҡорт халҡының олуғ шағиры Мостай Кәрим исемендәге урамдар Мәскәү, Алматы, Ҡазан, Өфө ҡалаларында һәм шулай уҡ республиканың төрлө район һәм ҡалаларында бар.