Ҡасабала йәшәүселәр уны осраҡлы ғына күреп ҡалып, хужаһын эҙләй башлай. Күмәкләшеп атты сығарырға маташыу һөҙөмтә бирмәгәс, ҡеүәтле техника эҙләү башлана. Кемдер дуҫының внедорожнигы булыуын иҫенә төшөрә һәм тиҙ арала уға шылтырата. Бәхеткә күрә, ҡеүәтле автомобиль ҡаршылыҡтар аша булһа ла фажиғә урынына килеп етә һәм хәле бөтөп барған бейәне тартып сығара.
Бахыр малҡайҙың ҡурҡыуынан һәм хәле бөтөүҙән аяҡтары ҡалтырана, ул хатта баҫып та тора алмай. Уны арбаға һалып, хужаһы һарайына алып ҡайтҡан. Аҙаҡ ул белдеренсә, бейәнең хәле яҡшырған, тимәк, ул имен-һау ҡолонлаясаҡ. Бейә ҡотҡарылған да ул, ә бына ҡасабала йәшәүселәрҙе килеп тыуған хәлдән резина итектәр генә ҡотҡарырмы?