Новости
23 Март 2020, 07:02

Ҡыяр менән помидор "дуҫ"мы?

Помидор менән ҡыярҙы яратмаған кеше һирәктер. Хужабикәләр уларҙы бергә ҡушып салат эшләүҙе айырыуса хуш күрә.

Әммә, диетологтар әйтеүенсә, былай ашау хәүефле икән. Помидор менән ҡыярҙы бергә ҡушып файҙаланыу организмда тоҙҙар бүленеүгә сәбәпсе була. Был иһә эске органдарға насар йоғонто яһай.
Ҡыяр менән помидорҙағы витаминдар “дуҫ түгел”, тигән диетологтар. Бергә ҡушҡанда, береһенең витаминдары үҙләштерелмәүе мөмкин. Шуға күрә был йәшелсәләрҙе айырым ашау кәрәк тип тәҡдим ителә. Улар янына башҡа йәшелсәләрҙе ҡушыу күпкә файҙалы.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас