Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Март 2020, 06:52
Юлын тапҡан водителгә – рәхмәт!
Баш ҡалаға инә торған юлдарҙың береһен ҡораллы кешеләр быуған, тығын хасил булған, юлдағы халыҡ бер нисә сәғәткә һуҙылған тығын өсөн борсола, тип хәбәр иткәйнек.
Унда хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең махсус операция үткәргәне мәғлүм булды. Килеп тыуған хәлдә бигерәк тә Дим биҫтәһе яғына йөрөүселәргә ҡыйын булған, М5 трассаһы йә Затон аша урау юлды һайларға тура килгән.
Социаль селтәрҙәрҙә ошо хәлдә юғалып ҡалмаған водитель, “Башавтотранс” йәмғиәтенең 57а маршруты буйынса йөрөгән Фларид Марс улы тураһында хәбәр итәләр. Ә “Башинформ” агентлығына был хаҡта Әлфиә Ильясова исемле ҡатын һөйләгән: улар Дим биҫтәһендәге “Сағыу” микрорайонынан бер нисә сәғәт ҡайтҡандар. Водитель юлдағы тығынды М5 трассаһы аша урап үтеп, пассажирҙарҙы “Миловка паркы” аша Дим биҫтәһенә, өйҙәренә тиклем килтереп еткергән.
Пассажир водителдең исемен һорашҡан һәм барлыҡ юлсылар исеменән рәхмәтен еткергән. Ул кешелекле водителдең ҡылығы хаҡында “Башавтотранс” етәкселегенә лә хәбәр итмәксе.
Фото: bashinform.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yulin-tap-an-voditelg--r-hm-t-178061/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"