Новости
23 Март 2020, 06:54

"Йөрәкле" салаты

Яҙҙың "үтенесе"нә ярашлы, файҙалы ла, туҡлыҡлы ла салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табынығыҙ түңәрәк, ял көнөгөҙ мөбәрәк булһын, дуҫтар!

Был салат өсөн 500 грамм һыйыр йәки тауыҡ йөрәге, ике-өс кишер, ике баш һуған, майонез алабыҙ. Маринадҡа 1/2 шәкәр, 1/2 уксус, 1/2 һыу, бер аш ҡалағы тоҙ кәрәк.
Тәүҙә һуғанды ярым түңәрәк итеп киҫеп, бер сәғәткә маринадларға ҡуябыҙ. Кишерҙе таҙартып, ҡырғыс аша үткәреп, табала ҡыҙҙырабыҙ. Ә йөрәкте һурпала бешереп, һалам формаһында киҫәбеҙ. Шунан кишерҙе, йөрәкте, маринадланған һуғанды бергә ҡушып, майонез һалып болғатабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Youtube.com
Автор: Рисаля Юмагулова.
Читайте нас