Тәүҙә картуфты таҙартабыҙ, һуғанды, әнисте ваҡлап турайбыҙ. Картуфты, сырҙы, ветчинаны ҡырғыс аша үткәреп тоҙ, борос ҡушабыҙ. Уға ике сей йомортҡа, әнис, он ҡушып һәйбәтләп болғатабыҙ. Ҡатнашма әҙер. Артабан майлы табаны ҡыҙҙырабыҙ. Ҡоймаҡ кеүек итеп ҡойоп, ике яғын әйләндереп, ҡыҙарғансы талғын ғына утта бешерәбеҙ.