Был ризыҡты әҙерләү өсөн ярты литр һөт, биш аш ҡалағы шәкәр, биш аш ҡалағы көнбағыш майы, тоҙ, 50 грамм ҡоро сүпрә, биш стакан он, бер йомортҡа алабыҙ.
Эслек өсөн алма, шәкәр кәрәк.
Тәүҙә һөткә шәкәр, көнбағыш майы, тоҙ һалып, талғын утта ҡайнатып алабыҙ. Һыуығас, сүпрә, он һалып ҡамыр баҫабыҙ ҙа сәғәт ярымға йылыға ҡуябыҙ. Ҡамыр ҡабарғас, йәйәбеҙ. Уны түңәрәк итеп ҡырҡабыҙ. Стакан менән дә мөмкин. Шунан йәймәнең уртаһына алма һалып, өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ. Әҙер ризыҡтарҙы майланған формаға теҙәбеҙ. Өҫтәренә туғылған йомортҡа һөртәбеҙ.
180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә өҫтәре алһыуланғансы бешерәбеҙ.