Был ризыҡты әҙерләү өсөн 500 грамм бауыр, өс кишер, дүрт картуф, ике баш һуған, аҡ май, бер стакан ҡаймаҡ, тоҙ, ҡара борос кәрәк.
Әҙерләй башлайбыҙ. Әгәр һыйыр бауыры булһа, уны һыуға һалып торабыҙ. Шунан киптереп турайбыҙ. Кишерҙе, картуфты, һуғанды таҙартып ваҡлайбыҙ.
Артабан аҡ майҙа һуған менән кишерҙе ҡыҙҙырабыҙ. Шунан картуф һалабыҙ ҙа, бер стакан ҡайнаған һыу өҫтәп, тоҙлап, борослап быҡтырабыҙ.
Картуф бешер-бешмәҫтән бауырҙы һалып, тағы ла ун минут тирәһе быҡтырабыҙ ҙа, тоҙ, борос һалып, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, ризыҡты 25-30 минутҡа ҡуябыҙ. Өҫтәлгә йәшел әнис һибеп бирергә мөмкин.