Сабыйҙың һәр һорауын етди ҡабул итегеҙ һәм түҙемлелек менән аныҡ яуап ҡайтарығыҙ. Өйөгөҙҙә балаға яҙыу, һүрәт төшөрөү өсөн айырым урын булдырығыҙ. Эштәрен баһалағыҙ, тәрбиәсегә йәки уҡытыусыға күрһәтергә мөмкин. Балағыҙ яҙыу менән булғанда, уны ҡабаландырмағыҙ, ҡамасауламағыҙ, өҫтәлендәге бола өсөн дә әрләмәгеҙ, шулай ҙа эштән һуң өҫтәлде йыйыштырып ҡуйырға кәрәклеген аңлатығыҙ. Баланың тәүге баһалаусыһы – һеҙ. Шуға ла эшенең һөҙөмтәһен яҡшыртырға, уға хыялдар, пландар ҡорорға ярҙам итегеҙ. Һәйбәт баһа биреп маҡтағас, арҡаһынан һөйөп алырға ла онотмағыҙ. Сабыйығыҙҙы бер ҡасан да дуҫтары, тиңдәштәре менән сағыштырмағыҙ.