Өфөнән ял итергә Һиндостанға юлланған ике турист коронавирус арҡаһында ҡайта алмаған. Улар Делиҙың Индира Ганди исемендәге аэропортында бер тәүлектән ашыу ултырған һәм Рәсәй илселеге вәкилдәренә бәйләнешкә сыға алмаған. Ярай улар нисектер Башҡортостан хөкүмәтенә сыҡҡан һәм проблеманы тасуирлаған. Туристар менән БР Туризм буйынса дәүләт комитыты рәйесе Салауат Нафиҡов һәм төбәктең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын үтәүсе Маргарита Болычева элемтә тотҡан. Белгестәр уларға мәғлүмәт яғынан ярҙам иткән - был ике туристың инглиз телен белмәгәне асыҡланған. Кисә, 21 мартта был икәү Һиндостандан Ҡаҙағстанға осоп сыҡҡан. Артабан улар Мәскәүгә юлланды. Өфөгә килеп етеүҙәре тураһында хәбәр итергә тейештәр. Уларҙы ике аҙна дауамында карантин көтә. Фото:Т.Аманов