Новости
23 Март 2020, 06:45

86 йәшлек инәйҙе алдап...

Өфөлә йәшәүсе 86 йәшлек пенсионер ҡатын хоҡуҡ һаҡлау органдарына үҙен талауҙары тураһында мөрәжәғәт итә.

Хәл былай була. Оло кешенең фатирына, үҙен газ хеҙмәтенән тип танытып, бер егет килә. Ышаныусан әбей уны-быны уйлап тормай ишеген аса. Газ ҡорамалдары торошон тикшерер кәрәк тип алдап, “хеҙмәткәр” фатир буйлап йөрөй һәм шкафтан әбейҙең 14 мең һум аҡсаһын сәлдереп, тиҙ генә ғәйеп була.
Бер аҙҙан пенсионер йыйған аҡсаһынан елдәр иҫкәнен аңлай һәм шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә.
Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең эҙенә тиҙ төшә, ул 17 йәшлек колледж студенты булып сыға. Ҡасандыр мут егет газоанализаторҙар урынлаштырыу ойошмаһында эшләп алған була, күрәһең, “һөнәр оҫталығы” уға әбейҙе төп башына ултыртырға ярҙам иткәндер.
“Уғрылыҡ” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, әйткәндәй, йәш кенә булһа ла, егет ошо уҡ статья буйынса быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылған булған. Әммә һабаҡ алмаған, күрәһең...
Фото: kurgan.bezformata.com
Автор: Римма Султанова.
Читайте нас