Новости
21 Март 2020, 08:45

Сығып өлгөрмәй

Мәскәүҙәге станцияларҙың береһенең тимер юлында ҡырҡ йәшлек Өфө кешеһенең кәүҙәһе табыла.

Рәсәй Транспорт тәфтиш комитетының Мәскәү төбәк-ара тәфтиш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ир кеше тимер юл аша тыйылған урындан сығырға уйлай, әммә өлгөрмәй: ҙур тиҙлектә яҡынлашҡан “Мәскәү-47 км” электричкаһы аҫтында ҡала. Яҡташыбыҙ шунда уҡ йән бирә.
Фажиғә сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда ла тимер юлға бәйле фажиғәләрҙең артыуы күҙәтелә. Былтыр 25 кеше һәләк булған, һигеҙе йәрәхәтләнгән. Үлем осраҡтарының төп сәбәбе – тимер юл аша рөхсәт ителмәгән урындарҙан сығыу.
Фото: zen.yandex.ru
Римма Султанова
Читайте нас