Новости
20 Марта 2020, 07:27

Юл фажиғәләре - 18 март

18 мартта Башҡортостан юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 14 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Киске сәғәт етелә Ҡырмыҫҡалы районында, Олокүл-Һыуыҡ Шишмә автоюлының 11-се саҡрымында, "Kia Spectra" машинаһы юлдан осоп түңкәрелгән.
59 йәшлек водитель дауаханала ауыр хәлдә. Алда ултырған пассажир ҡатын үлемесле яраланып, "Тиҙ ярҙам" машинаһында йән бирә.
Көндөҙ Стәрлебаш районында, Ҡырғыҙ-Миәкә-Стәрлебаш автоюлының 47-се саҡрымында, ВАЗ-2112 менән "Chevrolet Lanos" машиналары бәрелешә.
Аварияла ике водитель: Стәрлетамаҡ районынан 45 йәшлек һәм Ырымбур өлкәһенән 71 йәшлек ирҙәр ауыр йәрәхәтләнә. Шулай уҡ "Сhevrolet"тан пассажир ҡатын да дауаханаға эләккән.
Тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре яҡынса 2,5 мең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән, 22 иҫерек водителде тотҡан, урланған автомобилде эҙләп тапҡан.
Фото: Д.Ғилметдинов.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-18-mart-173985/
Читайте нас