Оперативниктар һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторҙар бурҙарҙы асыҡлай.
Ике 14 йәшлек үҫмер менән уларҙың 25 йәшлек таныштары урлашҡаны билдәле була.
Тикшереү барышында 25 йәшлек егеттең балаларҙы урлашырға мәжбүр итеүе асыҡлана. Үҫмерҙәрҙең береһе урлашыуҙан баш тартҡас, егет уны туҡмап ташлай.
Был 25 йәшлек егет бер тапҡыр шулай уҡ урлашыуы һәм бәлиғ булмаған баланы енәйәткә ылыҡтырыуы өсөн хөкөмгә тарттырылған булған, тип хәбәр итә БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.
Әле ул ҡулға алынған. Урлашыу факты һәм балаларҙы енәйәткә ылыҡтырыуы өсөн РФ ЕК 158-се һәм 150-се ст. буйынса енәйәт эштәре асылған.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/mer-e-tu-map-torop-174143/