Ауыл халҡын интектергән мәсьәләләрҙе лә күтәрмәү мөмкин түгел: мәктәптәр ябылыу, эшһеҙлек ҡағылмаған төбәкте табырмын тимә. “Йәшел йылан”ға ҡаршы көрәш дауам итә. “Зәңгәр яғыулыҡ” үтеүен ҡайһы бер урында тиҫтәләрсә йыл көтәләр. Ауыл араларындағы юлдарҙың шәптән булмауы хатта әллә ни төпкөл тип иҫәпләнмәгән ерҙәрҙә заман шарттарына әле һаман иғтибар етмәүен күрһәтә. Ер-һыуҙың сафлыҡ-таҙалығы хаҡында ла саң ҡаға ауыл әүҙемселәре, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар. Элекке гөрләп торған саҡтарын ҡайтарып булмаһа ла, ауылдарға яңы һулыш өргө, йәштәрҙе еректерге килә…
Эйе, “Юлдаш”тағы “Атайсал” тапшырыуында ауылдарыбыҙ көнитмешенә төрлө яҡлы ҡараш ташлана. Ауылдың йөҙөн билдәләр уңған, тәүәккәл замандаштарыбыҙ тураһында һөйләү йәнтөйәктең ышаныслы киләсәгенә өмөт сатҡыларын уята. Яңыраҡ уҙған тапшырыуҙың геройы – Бишбүләк районының Аҙнай ауылынан Фидан Ситдиҡов. Аспирантураны тамамлап, биш минуттан фән кандидаты булырға торғанда, ул ауылына ҡайтып төпләнә. Яттар килеп, ерҙәребеҙгә хужа булмаһын, үҙебеҙҙең халыҡты ситләтмәһен, тиһәң, ҡолас ташлап эшкә егел. Үҙ төйәгендә тормоштоң йәнле лә, йәмле лә, уңайлы ла булыуын теләгәндәр тырышлығын йәлләмәй. Фидан Ситдиҡов ошо ҡарашына тоғролоғон иҫбатлай: ең һыҙғанып фермерлыҡҡа тотона, тыуған яғына йән өрөп, эшләй, донъя көтә.
Ҡыйыу, егәрле заттарҙың һәр төбәктә булыуы, бигерәк тә йәштәрҙең тәүәккәл аҙымға барыуы шатлыҡлы. Ундайҙар хаҡында тыңлаусыға ла тиҙерәк еткерге килә. “Атайсал” тапшырыуы “Юлдаш” тулҡындарына һәр шишәмбелә көндөҙгө 11 сәғәт 15 минутта сыға. Яҙмаһын сайтта ла тыңларға мөмкин: юлдашфм.ру