Новости
19 Март 2020, 08:27

Юл фажиғәләре - 17 март

Тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 2,5 мең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән, эскән килеш машина йөрөткән 28 водителде тотҡан.

Төшкө сәғәт икенселә Көйөргәҙе районында, Өфө-Ырымбур автоюлының 264-се саҡрымында, ыңғай барған "Инфинити fx" менән "Газель" бәрелешкән.
Аварияла йөк машинаһының 65 йәшлек водителе йәрәхәтләнгән.
Водителдәрҙең икеһе лә Күмертау ҡалаһынан.
Фото: БР буйынса ЭЭМ ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-17-mart-172668/
Читайте нас