Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Март 2020, 08:34
Конституцияны үҙгәртеүгә бәйле бер фекер
Беҙ үҙгәрештәр алдында торабыҙ. Эйе, Конституцияны үҙгәртеү ул - бик етди ваҡиға. Әлбиттә, битарафтар ҙа юҡ түгел, әммә Төп Законға төҙәтмәләр индереүҙең мөһимлеген танымау мөмкин түгел. Түбәндә - депутат, йәмәғәт эшмәкәре, ғалимә фекере.
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" ойошмаһы рәйесе, ғалимә Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, Конституцияға үҙгәрештәрҙең ҙур өлөшө күп милләтле илебеҙҙең мәҙәниәтен һәм телдәре һаҡлауға арналған. Яңы редакцияла республикаларҙың үҙ дәүләт телдәрен булдырып, уларҙы рус теле менән бер рәттән ҡулланыу айырым пункт менән күрһәтелә. Рәсәйҙең көсө лә уның мәҙәни күптөрлөлөгөндә, күп быуатлыҡ йолалары һәм рухи ҡиммәттәрендә.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе лә булараҡ шулай ти: Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, йәш быуынды рухи-әхлаҡи тәрбиәләүгә арналған проекттарын әүҙем ғәмәлгә ашыра. Шуға ла Конституцияла ғаилә институты тураһында раҫлама, йәғни ғаилә ҡороуҙы ир менән ҡатындың берлеге итеп ҡарау, балаларҙы Рәсәйҙең өҫтөнлөклө дәүләт сәйәсәте итеп билдәләү бик мөһим күренеш булып тора.
- Ғаилә - ныҡлы дәүләт нигеҙе, ә балалар һәм йәштәребеҙ ‒ илдең стратегик ресурсы, - ти парламентарий.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Konstitutsiyani--g-rte-g-b-yle-ber-feker-172209/
Фото: vk.com
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"