Новости
19 Март 2020, 08:42

Хәлил Барлыбаев вафат

77-се йәшендә иҡтисад һәм философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Рәсәй фәндәр академияһының Философия институтының ғилми хеҙмәткәре Хәлил Барлыбаев вафат булды.

Ул 1944 йылдың 5 ғинуарында Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуған. 1972 йылда М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған. 1976–1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының сәйәси иҡтисад кафедраһында эшләй. 1990–1992 йылдарҙа БР Министрҙар Советының иҡтисад бүлегенә етәкселек итә.1994–1995 йылдарҙа – Дәүләт милкенә идара итеү буйынса БР дәүләт комитеты председателе, 1995– 1999 йылдарҙа БДУ-ның иҡтисад буйынса проректоры була.
Һуңғы йылдарҙа ул Мәскәүҙә йәшәне.
Мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/H-lil-Barlibaev-vafat-171730/
Читайте нас